Бөйөк Ватан һуғышы йылдан-йыл алыҫлаша бара,ләкин уның шаңдауы кешеләргә әле һаман тынғылыҡ бирмәй.Ул йылдарҙа күргән ауырлыҡтарҙы һуғыш ветерандары,тыл хеҙмәтсәндәре бөгөн дә онотмай,ошо ауыр көндәр тураһында һәр бала белһен өсөн күпме китаптар яҙылған,кинофильмдар төшөрөлгән.Тыуған илебеҙ өсөн ҡорбан булған һалдаттарҙы беҙ белергә,уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланырға тейешбеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышында һәр бер ғаилә кешеһе ҡатнаша.Кайһы ғаиләләрҙә бөтә ир-аттарҙа һуғышҡа китеп бөтә.Еңеү көндәрен бик әҙҙәре генә күрә ала.Күпме ваҡыт үтһә лә,беҙ уларҙың батырлыҡтары тураһында онотмайбыҙ.Геройҙар алдында баш эйәбеҙ.Уларҙың батырлыҡтары тураһында башҡаларға лы һөйләйбеҙ,иҫкә алабыҙ.
Эйе,был ҡәһәрле һуғыш беҙҙең ғаиләбеҙҙе лә урап үтмәгән.Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Мәүлит олатайыма 21 генә йәш була.Ул 1920 йылдың 26 ғинуарында, Салауат районының Әлкә ауылында Сиражетдин олатай менән Зәйнәп өләсәйҙең күп балалы ғаиләһендә 6-сы бала булып донъяға тыуа.7-се класты тамамлағас ул колхозға эшкә сыға. Быйылғы йылда Мәүлит олатайымдың тыуыуына 100 йыл тулды.
1941-1945-се йылға тиклем барған һуғышта уға өлкән сержант званиеһы бирелә.Танк йөрөтөүсе,шофер булып дәшһәтле ҡан ҡойоштарҙың уртаһында булырға тура килә уға.Оҙон һуғыш юлдарын тоғро,намыҫ менән Берлинғаса яу юлы үтә.Күрһәткән батырлыҡтары өсөн бик күп миҙал һәм маҡтаулы ҡағыҙҙар менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуңғы ғүмере лә бик көсөргәнешле,эшлекле бара.Ҡайтҡас та ауылды тергеҙеүгә,колхозды күтәреүгә бар көсөн һала.Һәр эште оло дәрт менән башҡарған,бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәгән кеше була ул. Һуғыштан һуң олатайым Салауат районының Насибаш ауылы һылыуы Сәмсидоха өләсәйемә өйләнә. Өләсәйем менән 5 бала:Зидә,Зилә, игеҙәктәр Раушания Һәм Ильнура,минең атайым улдары Вилгә ғүмер бирәләр.Уларға яҡшы тәрбиә биреп,уҡытып,оло юлға аяҡ баҫтыралар. Минең олатайым менән өләсәйем Әлкә ауылында бик матур тормош ҡоралар,башҡаларға үрнәк булып йәшәйҙәр.Мәүлит олатайым ауылда механизатор,комбайнер булып бик күп йылдар эшләй.Ул шул тиклем техника ярата,үҙе ҡороп эшләгән тракторы һаманға тиклем һаҡланды.Ауылыбыҙҙа беренселәрҙән булып “Жигули” автомобиле һатып ала.Шулай уҡ олатайымдар умарта тотоп,бал ҡорттары үрсетәләр,бик күпләп мал аҫырап йәшәйҙәр.Тырыш хеҙмәте өсөн Салауат районы Тирмән ауылына колхоз рәйесе итеп тә ебәрәләр.Һуңғы йылдарҙа Әлкә урта мәктәбендә хеҙмәт уҡытыусыһы,тракторист-машинист һөнәрҙәре буйынса уҡыусыларға дәрестәр алып бара.Уның уҡытҡан уҡыусылары ҡулдарына танытма алып үҙ колхоздарына эшкә киләләр.
Мәктәптә 15 йыл эшләп хаҡлы ялға сыға Мәүлит олатайым.Эшләгән дәүерендә бик күп “Почет грамоталары” менән бүләкләнә.1950 йылда Илебеҙгә күрһәткән эштәре өсөн “Ҡыҙыл байраҡ” ордены менән бүләкләнә.
Мин уның ейәне Сиражев Вилдан Вил улы ысын йөрәктән,олатайым Сиражев Мәүлит Сираж улы менән ғорурланам.Уны үҙемә үрнәк итеп ҡуям.Олатайым кеүек тыуған илемә тоғро булырға,еремде һаҡларға,яҡларға тырышасаҡмын!
Барлыҡ һуғыш ветерандарына,үҙемдең олатайыма Бөйөк Еңеү өсөн ҙур рәхмәтемде әйтәм.
Сиражева Зәлифә Малик кыҙы 2774 участка һайлау комиссия рәйесе.